Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2019, 13:26

Сәбәп мөхәббәттәме?

Шишмә районының Шөңгәккүл ауылында 17 йәшлек үҫмерҙең үле кәүҙәһен табалар.

Шишмә районының Шөңгәккүл ауылында 17 йәшлек үҫмерҙең үле кәүҙәһен табалар. Өс тәүлек үткәс, уның дуҫлашып йөрөгән ҡыҙының да үҙ өйөндә мәрхүм булыуы асыҡлана. Улар икеһе лә үҙ-үҙенә ҡул һалған, тип фаразлана.


Үҫмерҙәр бер класта уҡыған. Күпмелер ваҡыт дуҫлашып йөрөгәндәр, тик бик ҡаты әрләшкәс, аралары һыуынған.


Ай тирәһе элек ҡыҙ үҙенең сәхифәһендә аралары өҙөлөүен ныҡ ауыр кисереүен, депрессияға бирелеүен, хатта үҙенә ҡул һалырға теләүен яҙған булған. Ә егет, киреһенсә, тыштан күңелсәк, шат күренгән.


Ауыл кешеләре ике үлемдең бәйле булыуына ышана. Дуҫтары, ҡыҙҙың был мәғәнәһеҙ ҡылығының сәбәбен бер ни тиклем аңлатып булһа, ә бына үҫмерҙе был аҙымға нимә этәреүе бөтөнләй билдәһеҙ, ти.
gorobzor.ru
Читайте нас: