Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина үҙенең социаль төркөмөндәге сәхифәһендә: "Бер көндө йоҡларға әҙерләнеп йөрөгәндә Нурсолтан шым ғына килеп, әсәй, ә һин үлһәң, Сафияны кем ҡарар икән, тип әйткәс, йөрәк дөп итеп ҡалды. Бер ни булмағандай, тиҙ генә, атайың, Камилла менән һин бар бит, тинем. Нурсолтан нимәлер уйлап торҙо ла, беҙ бар ҙа ул, тик барыбер һинең һымаҡ ҡарап булмаясаҡ. Мин ҡарарға тырышам, тик Сафия тыңламай бит беҙҙе, тигән булды. Ошо ете йәшлек малайҙың туғанының киләсәген уйлап йөрөүенә, ҡайғыртыуына, берҙән, һөйөндөм, икенсенән, уның үҙе өсөн борсолдом. Ололар күтәрә алмаҫ йөк күтәреп йөрөй балам! Туғанын хәстәрләп, уның өсөн уйланып, киләсәген күҙаллап. Ғаиләлә ауырыу бала тыуғас, бәғзе ирҙәр ҡурҡып ҡаса, ә был сабый әле үк туғаны өсөн яна! Иҫән генә бул, улым! Күңел менән һәр саҡ һиҙеп йөрөйөм, һин туғаныңдың терәге буласаҡһың! Хоҙайға рәхмәт!"
Земфира Байбулдинаның һүҙҙәренә күп кешеләр үҙҙәренең фекерен белдергән. Фәрүәз Әхмәтов: "Яҡшы атай-әсәйҙән яҡшы бала тыуа", - тиһә, Рәмзиә Яҡшыбай: "Эй, аҡыллы, нурлы малай Нурсолтан! Яkшы егет булыр", - тип яҙған.