Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2019, 17:23

Һөт эсергә килегеҙ!

24 августа Өфөнөң Салауат Юлаев исемендәге майҙанында йыл һайын ойошторолған "Һөт иле" ғаилә фестивале үтәсәк. Ауыл хужалығы министрлығындағы матбуғат конференцияһында һүҙ ошо сараға әҙерлек, уның маҡсаты хаҡында барҙы.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, сара өфөләрҙең көтөп алған байрамына әүерелде. Ул ғаиләлә республикала етештерелгән һөт аҙыҡтарын ҡулланыу, дөрөҫ туҡланыу һәм сәләмәт йәшәү өлгөһөн пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуя. Төрлө предприятиелар үҙҙәренең аҙыҡтарын тәҡдим итеп, ҡулланыусыларға улар менән танышып, тәмләп ҡарау форсатын бирә.

Әйткәндәй, "Һөткә юл бир!" автоуҙышында ҡатнашыусыларҙың финиш һыҙығы ла ошо байрамда буласаҡ.

Сарала балалар өсөн төрлө уйын майҙансыҡтары эшләйәсәк, ҙур концерт буласаҡ.

Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас: