Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2019, 18:30

Тәүәккәлдәр таш яра

Ҡәҙимге тормошоғоҙҙо бер көн килеп тамырынан үҙгәртергә батырсылыҡ итә алыр инегеҙме? Иманым камил, ҡырҡ тапҡыр уйлаһалар ҙа, күптәр бындай аҙымды яһамаҫ. Ә бына Елена менән Илдар Йәғәфәровтар тәүәккәлләгән – даими эш урындарын ҡалдырып, боронғо башҡорт кәсебе солоҡсолоҡҡа тотонған.

Ҡәҙимге тормошоғоҙҙо бер көн килеп тамырынан үҙгәртергә батырсылыҡ итә алыр инегеҙме? Иманым камил, ҡырҡ тапҡыр уйлаһалар ҙа, күптәр бындай аҙымды яһамаҫ. Ә бына Елена менән Илдар Йәғәфәровтар тәүәккәлләгән – даими эш урындарын ҡалдырып, боронғо башҡорт кәсебе солоҡсолоҡҡа тотонған.


Яңы Монасип егете Илдар бала саҡтан тәбиғәтте яратып үҫә, ҡортсолоҡ менән ҡыҙыҡһына. Ул ваҡытта тирә-яҡ ауылдарҙа бер-ике генә кеше умарта тота. Атаһы менән эште башлап ҡарарға уйлайҙар, әммә “күстең ҡото китә” тип һатыусы табылмай.


Бер көн шулай ауыл эргәһендәге урманды гиҙгәндә Илдар йығылып ятҡан ағаста ҡырағай бал ҡорт­тарының гөжләүен шәйләп ҡала. Тиҙ генә ҡайтып атаһына әйтә. Икәүләп ағасты түмәргә бысып, ҡорттары менән бергә өйҙәренә алып ҡайта улар. Бер нисә йылдан Йәғәфә­ровтарҙың умарталары ишәйеп китә.


Уңыштарҙан ҡанаттары үҫкән үҫмер атаһынан, ауылдағы оло йәштәге умартасыларҙан һорашып, үҙе лә солоҡ эшләп ҡарай. Шулай, тырыша торғас, 14 йәшендә егет биш солоҡ яба. Тәүге тапҡыр ҡырағай бал алып ҡайтып, яҡындарына ауыҙ иттергән бәхетле мәлдәрен бөгөн дә хәтерләй ул.


Мәктәпте тамамлағас, егет Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Студент йылдарында ла кәсебен ташламай – ял, йәй көндәрендә солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. Бал һатҡан аҡсаға үҙенә телефон, гитара ала, уҡып, водитель таныҡлығына эйә була.


Диплом алғас, егет хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Һалдат бурысын үтәп ҡайтыуға, 18 күстән бер-икәү генә ҡалған була.

Илдар район үҙәгендә эшкә урынлаша. Хоҙай уны юҡҡа ғына Себер тарафтарында тыуып, Байназарҙа үҫкән Елена менән осраштыр­мағандыр. Ҡыҙ ҙа бәләкәйҙән бал ҡорттары менән ҡыҙыҡһынып үҫә. Гөрләтеп туй үткәргәс, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған Еленаны, йәш белгес булараҡ, “Үрнәк” предприятиеһына эшкә ебәрәләр. Өйләнешкәс тә бер йыл Илдар – Иҫке Собханғолда, Елена Яңы Усманда эшләй. Һуңынан йәштәр район үҙәгендә төпләнә. Ғаиләгә йәм өҫтәп, бер-бер артлы улдары Урал менән ҡыҙҙары Эльвира донъяға килә. Йәғәфәровтар ике ҡатлы йортҡа нигеҙ һала. Донъя мәшәҡәттәре араһында өйҙәге умар­таларҙы ла, урмандағы солоҡтарын да тәрбиәләргә онотмайҙар. Таныш-белештәр тик улар етештергән сифатлы балға өҫтөнлөк бирә, солоҡ балын да һораусылар күбәйә.


Тап шул мәлдә “әллә солоҡсолоҡ менән ныҡлап шөғөлләнергә инде” тигән уй тыуа бер урында тапаныуҙы үҙ итмәй гел яңылыҡҡа ынтылған йәштәрҙә.


2016 йылда һауа торошоноң насар булыуы арҡаһындамы, әллә эш араһында ғына нәҙекәйбилдәргә иғтибар биргәнгәме, Йәғәфәровтар­ҙың умарталарындағы ҡорттары үлеп бөтә, солоҡ ҡорттары ла кәмей. Был осраҡта кемдер күңеле төшөп, юғалып ҡалыр ине, әммә Йәғәфә­ровтар түгел. Бәлки, заманаһына күрә аҡсалы ғына эш урындарын ташлап, ҡортсолоҡҡа ныҡлап то­тоноуға ошо хәл дә этәргес бул­ғандыр. Үҙҙәренең яратҡан шөғөл­дәренән тыш йәшәй алмаясаҡтарын аңлай йәштәр. Декрет ялында ултырған Елена крәҫтиән (фермер) хужалығы төҙөй. Төҙөлөш эштәре өсөн тип йыйылған аҡсаға ҡорт һатып алалар, умарталарын ишәйтәләр, күпләп солоҡ ябалар. Яңы эш башлаған фермерҙарға бүленгән 200 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы ла эштәрен ыратырға ярап ҡала.


Бөгөн Йәғәфәровтарҙың утыҙлап умартаһы, иллеләп солоғо бар. Былтырғы йыл бигерәк тә ҡыуандыра – солоҡтарҙа ла, умарталарҙа ла бал мул була. Йәштәр “Бәйләнештә” селтәрендә “Солоҡ балы” тигән төркөм аса. Сифатлы балды сит тарафтарҙан да һораусылар байтаҡ.

Бушҡа ғына халыҡ “бал ҡортоноң балы бар, балға хәтле наҙы бар” тип әйтмәгән шул. Күңелеңде биреп, берҙәм булып, бар тырышлығыңды һалып эшләгәндә генә, балдың татын да тойорға, хеҙмәтеңдең йәмен табып, табышын да алырға була.


– Әсәйем, ҡайным-ҡәйнәм һәр башланғысыбыҙҙы хуплап тора, хәлдәренән килгәнсә ярҙам итә – улар булмаһа, был эшкә йөрьәт итә лә алмаҫ инек, – ти Елена.


Йәғәфәровтарҙың балалары ла эштең нескәлектәрен күреп-белеп үҫә. Урманға атлығып торалар. Умарталарҙы ҡарағанда, махсус кейемдәрен кейеп, умарта ауыҙҙарын төтәтеп сығырға яраталар.


– Солоҡсолоҡ – быуындан бы­уынға күсер кәсеп-шөғөл. Был эштең бөтә ауырлығын да, ҡыҙыҡлы, килемле, йәнгә яҡын булыуын да балаларыбыҙ күреп үҫһен тип тырышабыҙ, – ти Илдар.


Йәғәфәровтар, киләсәктә умар­талыҡ өсөн ер алып, эштәрен тағы ла киңәйтергә уйлай. Хакимиәттә “Инвестсәғәт” сиктәрендә был мәсьәлә ҡаралған, тиҙҙән ыңғай яуап алырҙарына өмөтләнәләр.


“Тәүәккәлдәр таш яра” тигән әйтем бар. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо шөғөлөнә тотоноп, Бөрйән балының данын тирә-яҡҡа таратҡан Йәғәфәров­тарҙың маҡсат-хыялдарының тор­мошҡа ашырына шик юҡ.
Читайте нас: