Билдәле рэп йырсыһы Тимати былтыр үҙенең 35 йәшлек юбилейын, дуҫтарын йыйып, Монте-Карлола үткәргәйне.
Быйыл иһә, тыуған көнөмдә иң яратҡан ҡатын-ҡыҙым, өс алиһәм – әсәйем, ҡыҙым һәм кәләшем менән генә булам, тигән социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә. Шулай уҡ смокинг кейеп, ҡыҙы, әсәһе һәм бәпәй көткән кәләше менән төшкән фотоларҙы ла һалған.