Пакеттарын машинаға тултырып, ҡуҙғалып китәйем тигәндә, шағыр-шоғор иткән тауыш ишетелә. Машина хатта һелкенеп ҡуя. Баҡтиһәң, 35 арбаны этеп магазинға индереп барыусы уға килеп бәрелә. Ҡатын менеджерҙарға мөрәжәғәт итә. Улар белдереүенсә, гипермаркеттың уставы буйынса арбалар унарлап ҡына йөрөтөлөргә тейеш икән, ләкин эшселәр, көнө буйы тегеләй-былай йөрөп арыу сәбәпле, күпләп индерәләр.
Әйткәндәй, был хәл тәүгә түгел. Етмәһә, был осраҡта машинаға страховка ла түләнмәй, ә магазин зыянды ҡапларға ашыҡмай ҙа икән.