Йәмғиәт
17 Август 2019, 06:52

Багажникта рәхәт булмағандыр...

Был ваҡиғаның мәғәнәһеҙлеге һушты китерә.

Фото: news 102Фото: news 102
Фото: news 102


Был ваҡиғаның мәғәнәһеҙлеге һушты китерә.
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә 30 йәшлек егетте туҡмағандан һуң багажникка төрткөсләп һалалар. Кешене законһыҙ рәүештә мәжбүрләп тотҡан машинаны ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тапҡандан һуң, енәйәтселәр ҡасырға маташа. Әммә хоҡуҡ һаҡлаусылар етеҙерәк булып сыға.

19, 27, 34 йәшлек ғәйепләнеүселәр ҡулға алына, ә 30 йәшлек енәйәт ҡорбаны ҡотҡарыла.
Баҡһаң, барыһына ҡазаға тарыусының 27 йәшлек ҡустыһы сәбәпсе була. Ошо ваҡиғанан алда ул теге өс ғәйепләнеүсе менән араҡы эсә. Иртә менән егеттәрҙең берәүһе банк картаһынан ҙур ғына суммала аҡса юғалғанын белеп ҡала. Ғәйепте баяғы енәйәт ҡорбанының ҡустыһынан күрәләр, әммә уны таба алмағас, ағаһынан үсте алмаҡсы булалар.
Бер ни ҙә аңламаған егетте багажникка һалып, артабан ни эшләтергә булғандарҙыр,әйтеүе ҡыйын. Аңлаша торғас, шул асыҡлана: аҡсаны бер кем дә урламаған,ә иренә асыуы килгән ҡатыны башҡа иҫәпкә күсергән.
Шуныһы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: ошо ваҡиғанан бер нисә сәғәт элек кенә енәйәт ҡорбанының ҡустыһын полицейскиҙар араҡы урлағаны өсөн тотҡан.

Читайте нас