Конференцияла Өфөнөң мәҙәни мираҫын заман шарттарында һаҡлап ҡалыу, транспорт системаһын камиллаштырыу проблемаларын тикшерәсәктәр, Өфө районының административ үҙәгенең генераль планын ҡараяасаҡтар. Рәсәйҙең билдәле архитекторҙары сығыш яһаясаҡ, ә конференцияның ғәмәли өлөшөндә Өфө миҫалында бәләкәй йылғаларҙы ҡала шарттарында ревитализациялау мәсьәләһе ҡараласаҡ, аҙ ҡатлы йорттар төҙөүҙең инновациялы юлдары барланасаҡ. Конференцияла экскурсиялар һәм спорт ярыштары ла ҡаралған. Барлыҡ мәғлүмәт менән сараның рәсми сайтында танышырға була. Унда ошо һылтанма буйынса алдан ғариза ҡалдырып, теркәлгән осраҡта ғына ҡатнашырға мөмкин:
http://ecobereg.ru/registration/