Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август 2019, 10:59

Эсәр һыу артынан... 50 километр

Урамда XXI быуат… Ә ҡайһы бер ауылдарҙа һаман эсәр һыу юҡ.

Фото: “Бәйләнештә”.
Фото: “Бәйләнештә”.
Урамда XXI быуат… Ә ҡайһы бер ауылдарҙа һаман эсәр һыу юҡ. Бындай этлекте Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Шәрәй ауылы халҡы кисерә. Бында 500 самаһы кеше йәшәй, башлыса пенсионерҙар. Ауылда ете скважина бар, тик уларҙың бөтәһендә лә һыу һоро төҫтә, уны эсеп булмай.
Кешеләр үҙ ихаталарында ла ҡоҙоҡ ҡаҙып ҡарай, тик һөҙөмтә шул уҡ – һыу бысраҡ, уны эсеү мөмкин түгел. Шуға күрә урындағы халыҡ ауылдан 50 километр алыҫлыҡта урынлашҡан шишмәгә һыуға йөрөргә мәжбүр.
Халыҡ төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп ҡараған, тик әлегә тиклем һөҙөмтә күренмәй. Урындағы ауыл советы башлығы белдереүенсә, һыу үткәргес төҙөү өсөн 20 миллион һум аҡса кәрәк, ә районда ундай аҡса юҡ.
Чиновниктар төрлө республика программаларында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ебәргән. Барыһы ла уңышлы килеп сыҡһа, һыу үткәргес бер йылдан барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Ә халыҡ әлегә йөрөп тора инде. Таҙа һыу эскең килһә, 50 километр арамы ни инде...
Читайте нас: