Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август 2019, 15:57

Ҡулы өҙөлөп сыҡҡан...

Күп бала атаһы менән бәхетһеҙ осраҡ Ҡырмыҫҡалы районында була.

Өфөлә табиптар алты бала атаһының станокка эләккән ҡулын һаҡлап ҡалған. Күҙаллауҙар буйынса, ир артабан ҡулы менән өйҙә генә түгел, эштә лә эшләй аласаҡ.
Күп бала атаһы менән бәхетһеҙ осраҡ Ҡырмыҫҡалы районында була. Эш ваҡытында ирҙең ҡулы терһәгенә тиклем станокка эләгә һәм саҡ өҙөлөп төшмәй. Уны тиҙ арала 21-се дауаханаға алып баралар.
Хирургтар бер нисә сәғәт буйына ҡатмарлы операция яһап, нервы, мускул һәм тире структураһын тергеҙеүгә өлгәшкән. Ирҙең ҡулын һаҡлап ҡалғандар, табиптар ул элеккесә эшләр тип өмөтләнә.
Табиптарҙы, медицина тармағын әрләргә күнегеп бөтөп барабыҙ. Ә бына ошоноң кеүек хәйерле тамамланған осраҡтар тураһында ишеткәс, улар өсөн ғорурлыҡ уянып китә. Рәхмәт, намыҫлы һәм тәжрибәле, аҡ халатлылар! 
Читайте нас: