Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Август 2019, 23:14

256 тапҡыр тентеү үткәрттергән...

Унда балалар баҡсаһын шартлатыу уйы булғанмы?

Фото: 3mv.ru
Фото: 3mv.ru
Мәскәүҙә полиция хеҙмәткәрҙәрен балалар баҡсаһын 256 тапҡыр тикшерергә мәжбүр иткән бер ирҙе тотҡандар.


Рәсәй Эске эштәр министрлығының ҡала идаралығы вәкиле әйтеүенсә, таныш булмаған бер ир, полицияға шылтыратып, балалар баҡсаһына мина һалынғанын хәбәр итә. Полиция хеҙмәткәрҙәренә, 256 тапҡыр тикшереүгә сығып, хәүеф тыуҙырыусы предметтарҙы эҙләргә тура килә.
Шик аҫтына алынған 48 йәшлек ир ситтән килгән, бер нисә тапҡыр енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған. Ул балалар баҡсаһын шартлатыу уйы булмағанын, ә аҙым һайын туҡтатып, полиция бүлегенә илтеүҙәренә асыуы килеп, полицейскийҙарҙы «шаяртырға» теләгәнен әйткән.
Шаяртыу килеп сыҡманы, уға ҡарата тағы енәйәт эше асҡандар.
Читайте нас: