Башҡортостан
+26 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Август 2019, 05:15

Ғашиҡтарға ни етмәй?

Шишмә районының Шингәккүл ауылында башҡа һыймаҫлыҡ фажиғә булды.

Фото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Шишмә районының Шингәккүл ауылында башҡа һыймаҫлыҡ фажиғә булды. Туғандары 17 йәшлек егеттең үле кәүҙәһен таба.


Ул үҙ-үҙенә ҡул һалған булған. Ә өс көндән һуң уның элек дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы яҡты донъянан үҙ теләге менән китә.


Билдәле булыуынса, икеһе лә бер класта уҡыған, бер-береһен оҡшатып йөрөгәндәр. Әммә әрләшеп ташлашып ҡуйғандар. Бының үлемгә этәреүе мөмкинме?


Фажиғәнән алдараҡ ҡыҙҙың социаль селтәрҙәрҙә яҙыуына ҡарағанда, егет менән аралары өҙөлөүгә ул бик ҡайғырған. Тәфтиш хеҙмәткәрҙәре тикшеренеү эше алып бара, тик йәштәрҙең үҙҙәре генә юҡ...
Читайте нас в