Свердловск өлкәһенең Сылва ауылы кешеһе, үҙенең баҡсаһында бәҙрәфте һүтеп ташлағандан һуң, кеше һөлдәһенә тап була. Ҡурҡыныс табыш тураһында ул хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итә, әлбиттә.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында, 2012 йылда уҡ ҡылынған енәйәт фашланып, енәйәтсенең шәхесе асыҡланған.
Кеше һөлдәһенә баҡсасы июнь аҙағында юлыға. Тәфтишселәр һәм криминалистар асыҡлауынса, элек төрмәлә ултырып сыҡҡан 28 йәшлек егет, 2012 йылда фермала бергә эшләгән иптәше менән араҡы эсә, әммә аҙаҡ улар араһында низағ килеп сыға. Ғәйепләнеүсе бысаҡҡа үрелә һәм "дуҫ"ын сәнскеләп үлтерә. Енәйәт эҙен йәшереү маҡсатында, ул мәйетте бәҙрәф иҙәне аҫтына йәшерә, таҡталар менән ныҡлап көпләп тә ҡуя.
Ғәйепләнеүсе егет енәйәт ҡылыуын таныған. 2015 йылда ул, баҡсаға кире әйләнеп килеп, "дуҫ"ының һөлдәһен урлап, башҡа урынға күмергә уйлай, тик ул һөлдәнең бер нисә өлөшөн генә алып китә ала, ә ҡалған өлөштәрен, яҙып үтеүебеҙсә, Сылва кешеһе табып ала. Егет ҡылған енәйәт өсөн хөкөмгә тарттырылған.