Йәмғиәт
18 Август 2019, 11:12

Башҡортостанда йәшенеп ятҡан

Полицейскийҙарҙан ҡасып, республикабыҙға килгән, төҙөлөш тармағында эшләгән.

Фото: bashinform.ruФото: bashinform.ru
Фото: bashinform.ru
Өфөлә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәтселәрҙе эҙләү буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре федераль эҙләүҙә булған ирҙең ҡайҙа йәшеренгәнен асыҡлаған.


Сит илдән килгән 27 йәшлек егет Санкт-Петербургта төркөм менән уғрылыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнә.

Был енәйәтсе, төньяҡ баш ҡалалағы полицейскийҙарҙан ҡасып, республикабыҙға килгән, төҙөлөш тармағында эшләгән. Ул үҙе тураһында ялған мәғлүмәттәр әйткән, шулай ул байтаҡ ҡына ваҡыт йәшеренеп маташҡан.


Һөҙөмтәлә енәйәтсене ҡулға алғандар.
Читайте нас