Ҡабул ҡалаһындағы туйҙа ҡырҡтан ашыу кеше һәләк булған, йөҙгә яҡыны яраланған, тип хәбәр итә Tolonews баҫмаһы.
Туйҙағы шартлауҙың сәбәпсеһе - үҙен-үҙе һәләк иткән террорсы. Илдең Эске эштәр министрлығы ла ваҡиғаның теракт икәнлеген раҫлаған. Шаһиттарҙың әйтеүенсә, шартлау мәлендә туй залы халыҡ менән шығырым тулы булған.