Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Август 2019, 04:50

«Дихлофос» һибеп, ут төрткәндәр…

Хәл былай була: өс дуҫ ял иткән мәлдә...

zen.yandex.ru
zen.yandex.ru
Мәләүез ҡалаһында 24 йәшлек егет, дуҫтарының «шаярыуынан» һуң тәне бешеп, дауаханаға эләгә.

Хәл былай була: 15 августа өс дуҫ ял иткән мәлдә араларында бәхәс ҡуба. Икәүләп өсөнсөгә ябырылалар, тәүҙә «Дихлофос» һибәләр, шунан ут төртәләр.

Егеттең йөҙө һәм тәне ныҡ ҡына бешкән, әле ул дауаханала. Теге икәүҙе ҡулға алғандар, әле тикшереү эше бара.
Читайте нас: