Йәмғиәт
17 Август 2019, 23:30

Ике ай ярым һайын — бәпес...

РИА Новости.РИА Новости.
РИА Новости.
Ҡаҙағстандағы Уральск ҡалаһында йәшәүсе 29 йәшлек Лилия Коновалова яҡташтарын хайран иткән — игеҙәк ул һәм ҡыҙын 2,5 ай айырмаһы менән тапҡан.


Ҡыҙы ҡалалағы перинаталь үҙәктә 25 аҙналыҡ булып донъяға килгән. Ауырлығы — 850 грамм ғына .Ә ике ай ҙа 16 көн тигәндә, ҡустыһы тыуған. Малайҙың ауырлығы — 2,9 килограмм.


Бындай хәл — медицина практикаһында һирәк күренеш, уны ҡатындың анатомия төҙөлөшө менән аңлатырға мөмкин. Ике бала ятҡылығы — аномалия, тере бала табыу 50 миллионға бер осраҡ булыуы мөмкин, ти табиптар. Тимәк, бөгөн тап шундай бәхетле ваҡиға. Сабыйҙар үҙҙәрен яҡшы тоя.
Читайте нас