Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Август 2019, 13:18

"Миңә үҙ-үҙемде яратыу етмәй"

"Башҡаса улай итмәм, тип үҙ-үҙемә вәғәҙә бирһәм дә..."

Фото: vk.com
Фото: vk.com
"Ялан сәскәләре", "Күҙҙәремә ҡара", "Һанама, кәкүк, һанама", "Гармуным уйнай ҙа уйнай"... Барыбыҙ ҙа нисәмә йылдар яратып тыңлаған ошо йыр һүҙҙәренең авторы кем тиһегеҙме? Эйе, күренекле шағирә, абруйлы журналист, бөтә ғүмерен балалар матбуғатына арнаған Зөһрә Ҡотлогилдина ул.


– Үҙегеҙгә оҡшап етмәгән сифаттарығыҙ бармы? - тигән һорау бирҙек уға.
– Дөрөҫлөктө тура ҡарап әйтеүем арҡаһында күп тапҡыр яфа сиккәнем булды, – тине шағирә. – Тураһын әйткән туғанына ярамаған, тигән әйтемде белһәм дә. Башҡаса улай итмәм, тип үҙ-үҙемә вәғәҙә бирһәм дә, булмышыңдан ҡотолоу мөмкин түгел икән. Шулай ҙа йәш үтеү менән йомшартыбыраҡ, кинәйә менән әйтергә лә өйрәнәһең. Ситтән ҡарағанда, нығыраҡ күренәлер... Әхирәттәрем әйтеүенсә, миңә үҙ-үҙемде яратыу етмәй, эгоист түгелмен...
Читайте нас: