Был хәл бөтә Рәсәй халҡын тетрәндергәйне. Балашихала 2017 йылдың 23 апрелендә торлаҡ йорт ихатаһында Ольга Алисова исемле ҡатын алты йәшлек малайҙы тапатып үлтергәйне.
Баланың үлеме буйынса яһалған суд-медицина экспертизаһы малайҙың ҡанында 2,7 промиле алкоголь тапты. Бик ҙур шау-шыу тыуҙырҙы был ваҡиға. Нисек инде алты йәшлек бала шыр-иҫерек килеш велосипедта йөрөһөн дә, үҙ үлемендә үҙе ғәйепле булһын?
Ике йылдан ашыу ваҡыт дауамында енәйәт эшен тикшереү дауам итте. Ниһайәт, күптән түгел сер сиселде. Баҡһаң, барыһы ла баланың мәйетен тикшергән табиптың хатаһына бәйле икән. Михаил Клейменов исемле табип анализға ҡан алған саҡта эш тәртибен бутаған. Ул тәүҙә баланың тәненә консервациялаусы матдәләр индергән һәм шунан һуң ғына алкоголгә проба алған. Был шундай ҡот осҡос хатаға килтерә лә инде.
Әйткәндәй, баланы тапатҡан ҡатын өс йылға колонияға ултыртыла. Ваҡыт үтеү менән ғәҙеллек тантана итте, тик ғәзиз балаһын юғалтҡан ата-әсәгә был еңеллек килтерәме һуң? Улар сабыйҙарының эсмәгән булыуын былай ҙа белә ине һәм, суд юлын тапай торғас, улдарының ғәйепһеҙ булыуын иҫбатлауға өлгәштеләр... Тик сабыйҙы ғына ҡайтарып булмай шул.