Әстрхән өлкәһе ауылдарының береһендә була был аяныслы енәйәт. 35 йәшлек ир менән бәлиғ булмаған үҫмер ауылдаш ҡатынды көсләүҙә ғәйепләнә. Полиция хеҙмәткәрҙәре маньяктарҙы тотҡан, тикшереү эше ҡуҙғатылған.
Полдневноела ауылдаштар, 35 йәшлек ир менән 16 йәшлек егет, урамда таныш ҡатынды осрата. Бер аҙ гәп һатҡандан һуң, ир-ат уны ауыл янындағы яланға барырға өгөтләй.
Тәғәйен урынға килеп еткәс, өлкән йәштәге ир ҡапыл ҡатынға ташлана, уны туҡмап тигәндәй, ергә ырғыта һәм, ныҡ итеп ҡымтып тотоп, ҡатынға ҡасырға ирек бирмәй. Шул уҡ ваҡытта 16 йәшлек мәктәп уҡыусыһы яҡлауһыҙ ҡатынды мәсхәрәләй башлай. Ә оло йәштәге әҙәм аҡтығы иһә үҫмерҙең вәхшиҙәрсә ҡылығын ҡеүәтләп кенә тора.
Иртәгәһенә зыян күргән ханым енәйәт тураһында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ғариза менән мөрәжәғәт итә.
Полицейскийҙар, енәйәтселәрҙең эҙенә төшөп, уларҙы ҡулға ала.