Йәмғиәт
19 Августа 2019, 14:15

Ҡайҙа барһаң да, юлһыҙлыҡ...

Урындағы карьерҙан сығарылған ҡырсынташ менән ҡом ауыл юлдарын төҙөкләндереүгә тотонолорға, ә ауыл хакимиәттәре юл эштәрен башҡарыу өсөн кәрәкле техника менән тәьмин ителергә тейеш. Республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошондай күрһәтмә бирҙе.

Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, быйыл һәр муниципалитетҡа юл төҙөкләндереүгә 10-ар миллион һум аҡса бүленде. Йәмғеһе 950 саҡрым юлды ремонтлау күҙаллана. Бер километр юлды төҙөкләндереү хаҡы – 500-600 меңдән бер миллион һумға тиклем.

– Ҡайҙа ғына барһам да, халыҡ юлға бәйле һорау бирә, ҡырсынташ түшәүҙе үтенә, – тине Радий Хәбиров. – Инерт материалдар урындағы карьерҙан йәки күрше райондан бушлай алынырға тейеш. Муниципалитеттарҙың үҙ техникаһы булһа, бер саҡрымлыҡ юлды төҙөкләндереүгә сығым да 300-350 мең һумға тиклем түбәнәйәсәк.

Радий Хәбиров киләһе оператив кәңәшмәлә был мәсьәләне тикшереүҙе дауам итергә ҡушты.

Фото: glavarb.ru
Читайте нас