Республика етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Петр Клец Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрына ерҙән файҙаланыу һәм төҙөлөштәр ҡағиҙәләрендәге территориаль зоналар тураһындағы мәғлүмәтте индереү буйынса эш хаҡында һөйләне.
Был эштең маҡсаты – бизнесты алып барыу ғәмәлдәрен ябайлаштырыу һәм төбәктәрҙең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу. Әммә, Петр Клец билдәләүенсә, урындағы үҙидара органдары бындай биләмәләрҙең сиктәрен һүрәтләүҙә әллә ни ашыҡмай, реестрға индереү өсөн документтарҙы ебәреүҙә лә һүлпәнлек һиҙелә. 1 авгусҡа объекттарҙың 1,39 проценты ғына реестрҙа теркәлгән.