Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Август 2019, 17:30

Үҫмер ҡыҙ соҡорҙа нимә эшләп ултырған?

Башҡортостанда 14 йәшлек ҡыҙҙы эҙләүҙе туҡтаттылар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Екатерина Шипилова 18 августа Хәйбулла районы Подольск ҡасабаһында юғалған ине.

Башҡортостанда 14 йәшлек ҡыҙҙы эҙләүҙе туҡтаттылар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Екатерина Шипилова 18 августа Хәйбулла районы Подольск ҡасабаһында юғалған ине. Үҫмер ҡыҙ төнгө сәғәт 1-ҙә өйөнән сығып китә һәм әйләнеп ҡайтмай. Өйҙәгеләр уны эҙләй башлай, тапмағас, иртәнсәк полицияға мөрәжәғәт итә.


Бәхеткә күрә, был хәл хәйерле тамамланды: Катяны таптылар, ул иҫән-һау. Асыҡланыуынса, юғалған ҡыҙ йырын соҡоронда ултырған. Үҙе әйтеүенсә, ул юлды тапмаған һәм, ҡурҡып, шунда йәшенергә булған.


Тик ни сәбәптән үҫмер өйҙән шулай һуң сығып киткән? Быныһы күптәргә аңлашылмай.


Фото: bash.news
Читайте нас