Йәмғиәт
20 Август 2019, 11:44

Барыһы ла күҙәтеү аҫтында

Йәй тамамланмаған, ҡыҙ һәм малайҙарҙың ялы дауам итә.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары ҡаланан ситтә урынлашҡан балалар ялы объекттарының эшмәкәрлеге буйынса йәмәғәт фекер алышыуы ойошторҙо.
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының эш планына ярашлы, быйыл июлдә белгестәр ял лагерҙарының эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге буйынса мониторинг үткәргән. Палата вәкилдәре 15 муниципаль берәмеккә барып, 24 балалар ял лагерҙарының эше менән танышҡан.
– Йәй тамамланмаған, ҡыҙ һәм малайҙарҙың ялы дауам итә, – тине республикабыҙҙың йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина. – Ниндәй генә сәбәп табырға маташмаһындар, балаларҙың йәйге ялы дөрөҫ ойошторолорға тейеш. Лагерь етәкселеге шуны дөрөҫ аңлаһын, беҙ – күҙәтеү органы түгел, ә йәмәғәт тикшереүе ролен үтәйбеҙ.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Лида Исаргакова әйтеүенсә, үткән быуаттың 80-се йылдарынан алып республикабыҙҙа бер ерҙә лә балалар лагерҙары төҙөлмәгән, уның ҡарауы, булғандары һаҡланған өсөн ҡыуанырға кәрәк.
Һөйләшеүҙә балалар ял лагерҙарының директорҙары, власть органдары вәкилдәре, ата-әсәләр, вожатыйҙар, профсоюздан кешеләр ҡатнашты.
Читайте нас