Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2019, 15:57

Беҙҙең йәмәғәт транспорты – иң яҡшыһы буласаҡ

Йыл аҙағына тиклем йәмғеһе 527 автобус биреләсәк.

Ok.ru
Ok.ru

Республикабыҙ юлдары өр-яңы, уңайлы һәм матур автобустар менән тулылана. Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. “Башавтотранс” предприятиеһы яңы автобустар алыуын дауам итә.
“Бөгөн бәләкәй класлы – 60, урта класлы 42 автобус тапшырҙыҡ. Ай аҙағына тиклем тағы 180 уртаса, ноябрь аҙағына тиклем 74 ҙур автобус тапшырыласаҡ. Быға тиклем 110 бәләкәй класлыһын тапшырғанды иҫәпкә алғанда, йыл аҙағына тиклем йәмғеһе 527 автобус биреләсәк. Плюс – беренсе сентябрҙән мультимоделлеккә күсәбеҙ. Бер сәғәт эсендә бер тапҡыр “Алға” картаһы менән түләйһең дә бер нисә автобус алмаштыра алаһың. Артабан был бәхетле сәғәткә трамвай, троллейбус, электричкаларҙы өҫтәйәсәкбеҙ. Ҡайһы бер коммерцияға ҡараған ташыусылар был программаға әлегә ҡушылмай. Тик улар ҙа мотлаҡ быны эшләйәсәк. Беҙҙең йәмәғәт транспорты илдә иң яҡшыһы буласаҡ”, – тип яҙып сыҡты Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.


Читайте нас: