Ял көнө Өфөлә ҡуртымға алынған фатирында 36 йәшлек Стәрлетамаҡ кешеһенең үле кәүҙәһен табалар.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре белдереүенсә, уның тәнендә бик күп яралар табылған. Тимәк, ирҙе үлтергәндәр. Әле Жуков урамындағы фатирҙа тәфтишселәр эшләй.
Әйткәндәй, ир эре маркетинг агентлығында эшләгән һәм бик билдәле блогер икән.
Билдәле булыуынса, ир үлеме алдынан төрлө алкоголле эсемлектәр эскән. Уның янында араҡы, коньяк һәм һыра шешәләре туҙышып ятҡан. Тикшереү барышына яҡын булған сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, бөтә фатир ирҙең ҡаны менән тулған. Уны күберәге битенә һуҡҡандар. Ни эшләптер кәүҙә янында обой һәм линолем киҫәктәре ҡырҡып алынған. Криминалистар бик күп сит бармаҡ эҙҙәре лә асыҡлаған. Блогерҙы үлтереү кемгә кәрәк булғандыр? Әлегә билдәһеҙ...