Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2019, 18:54

Егетте тыуған ауылында ерләмәгәндәр

Ул быға лайыҡ түгел, тип тапҡандар...

Фото: mk.ru
Фото: mk.ru
Бер төн эсендә бар ғаиләһен балта менән турап үлтереп, аҙаҡ үҙенә ҡул һалған егет наркотиктар ҡулланмаған булған. Экспертиза уның ҡанында бер аҙ алкоголь ғына тапҡан. Ғөмүмән, бар яҡлап та ыңғай ҡылыҡһырланған Тимерландан был аҙымды бер кем дә көтмәгән. Ул яҡшы уҡыған, төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡан, киләсәккә матур пландары булған.


Олатаһын, өләсәһен, әсәһен, ике бәләкәй туғанын үлтергән егетте тыуған ауылында ерләргә теләүселәр табылмаған. Аптырағас, уны икенсе ауылда йәшәгән атаһы алып ҡайтып күмгән. Әйткәндәй, атаһы инвалид икән. Улар айырым йәшәһәләр ҙә, осрашып торғандар, сираттағы тапҡыр августа осрашырға тейеш булған.
Шулай итеп, үлтереүсе башҡа ғаилә ағзалары менән бер урынға күмелмәне. Ул быға лайыҡ түгел, тип иҫәпләгәндәр...


Читайте нас: