Йәмғиәт
20 Августа 2019, 15:54

Иң гүзәл ҡыҙ ҡайһы райондан?

“Башҡортостан гүзәле-2019” конкурсы еңеүсеһе билдәле булды.

Фото: vk.comФото: vk.com
Фото: vk.com
“Мисс Башкортостана” модель агентлығы ойошторған “Башҡортостан гүзәле-2019” конкурсы еңеүсеһе билдәле булды. Ул – Салауат районы ҡыҙы Зөһрә Мөхәррәмова!
Еңеүсе Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, Рәсәй һәм халыҡ-ара студенттар проекттарында, матурлыҡ конкурстарында уңышлы сығыш яһаған.
“Өфө гүзәле” титулын – Күмертау ҡалаһынан Розалина Ибраһимова, “Башҡортостандың йәш гүзәле” исемен Ишембай ҡалаһынан Ләйсән Ғибәҙуллина яуланы.
Читайте нас