“Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы хеҙмәткәрҙәре республикалағы иң күп эскән район һәм ҡалаларҙы билдәләне. Ошо йылдың ете айы эсендә алкоголле эсемлектәрҙән ағыуланыу күрһәткесе 100 мең кешегә 19,3 тәшкил иткән. Былтырғыһы менән сағыштырғанда, был — яҡшыраҡ күрһәткес.
Мәғлүмәттәр буйынса, спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыу күрһәткесе 17 биләмәлә республика кимәленән юғарыраҡ. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта, Стәрлетамаҡ һәм Дүртөйлө райондарында — 3–3,9, Дүртөйлөлә, Тәтешле һәм Ауырғазы райондарында 1,7–2 тапҡырға күберәк.
Йыл башынан һигеҙ бала алкоголь менән ағыуланған. Стәрлетамаҡтың медицина ойошмаларына һигеҙҙән 14 йәшкә тиклемге биш бала ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Бөрө, Нефтекама ҡалаһында һәм Мишкә районында йәшәүсе 13 йәшлек өс бала шулай уҡ ағыуланған.