– Кисә минең улымды аттракциондарға индермәнеләр. Балам – инвалид. Ҡарап тороуға улай тип әйтмәҫһең дә, беҙҙә ДЦП. Коляскаһы һәм буйы ғына “һата”. Беҙҙе машинкаларға, кәмәләргә, “күңелле тау” һәм башҡа аттракциондарға индермәнеләр. Ни бары күҙәтеү ҡуласаһына ғына менергә ҡуштылар, тик ул улым өсөн хәүефһеҙ түгел, – тип яҙа малайҙың әсәһе.
Был йән өшөткөс хәл Чита ҡалаһында була. Ҡатынды һәм улын Офицерҙар йорто паркындағы аттракциондарға индермәйҙәр. Әсә кеше балаһы өсөн йөрәге өҙөлөүөн белдерә.
– Бында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе лә аңлайым, улар ГОСТ талаптарына һәм закондарға таяна. Тик ошолай кеше алдында индермәй бороп сығарыуҙары сәбәпле ирем менән шок кисерҙек. Миңә шул тиклем ауыр булды, быны улыма нисек аңлатырға? – ти әсә.
Ысынлап та, бик ауыр хәл. Бала сирле булыуы сәбәпле күңел асырға тейеш түгелме ни хәҙер?