Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2019, 09:57

Кәүҙә ҙур булыу менәнме ни...

Иртән иртүк 16 йәшлек үҫмер, «Черри Тиго » автомобиленә ултырып, Өфө буйлап елдермәксе була.

Фото: mail.ru
Фото: mail.ru
Иртән иртүк 16 йәшлек үҫмер, «Черри Тиго » автомобиленә ултырып, Өфө буйлап елдермәксе була. Водителлек танытмаһы булмауы ла ҡаршылыҡ була алмай.Хәйер, быныһы ла үҫмерҙең беренсе тапҡыр тәртип боҙоуы булмағандыр.
Тимашев урамы буйлап барғанда, автомобилгә идара итә алмай, сауҙа павильонына бәрелә. Имгәнгән баланы дауаханаға оҙаталар. Әлбиттә, эш башы үҫмерҙең баш-баштаҡлығында ғына түгел, ә ата-әсәнең уның ҡылығын контролләмәүҙә, танытмаһыҙ һәм бер ниндәй күнекмәһеҙ машина асҡысын биреп ҡуйыуҙа.
Автомобиль - уйынсыҡ түгел, ә бәлиғ булмаған балалар ҡулында уның үлемесле ҡоралға әүерелеүе ихтимал. Ошоно балаға аңлатыу мөһимлеген ата-әсәнән башҡа кем үтәй алһын?
Читайте нас: