Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2019, 12:16

Өсөнсө бала өсөн – 500 мең һум

Был матди ярҙам республиканың бер генә район халҡына бирелә. Кемдәргә тиһегеҙме?

Фото: Salauat.rbsmi.ru
Фото: Salauat.rbsmi.ru
Саҡмағош районында демографик хәлде яҡшыртыу өсөн тағы бер сара уйлап тапҡандар. “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһы өсөнсө балаһы донъяға килгән ғаиләләрҙе “әсәлек капиталы” менән ҡыуандырырға уйлай.


Матди ярҙам суммаһы — 500 мең һум. Тик йылына 100 мең һумдан да артыҡ тотонорға ярамай. Был сараның маҡсаты билдәле инде — ауылда йәштәрҙе ҡалдырыу, ауыл хужалығын кадрҙар менән тулыландырыу. Әле дүрт ғаилә “капиталлы” булған. Нимәгә тотонорға — ғаилә үҙе хәл итә.
Ғөмүмән, Саҡмағош районы халҡы яҡшы социаль шарттарҙа йәшәүе менән ғорурлана ала. Тип-тигеҙ асфальт юлдар, үҫешкән инфраструктура, мәктәп, мәҙәниәт йорттары, сауҙа нөктәләре — барыһы ла заманса. “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһы райондың 33 торағында социаль объекттар үҫеше өсөн яуап бирмәксе, өҫтәүенә әле хужалыҡта буш вакансиялар ҙа бар. Белгестәрҙе әҙер 11 йорт көтә.


Читайте нас: