Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2019, 18:00

Ҡатынына... һунар иткән

Силәбе өлкәһенән депутат А. З.-ны ҡатынын үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Милләттәшебеҙҙе был аҙымға нимә этәргәндер, әлегә аяныслы хәл буйынса тикшереү эше бара.

Силәбе өлкәһенән депутат А. З.-ны ҡатынын үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Милләттәшебеҙҙе был аҙымға нимә этәргәндер, әлегә аяныслы хәл буйынса тикшереү эше бара.


Тәфтишселәр белдереүенсә, 20 августа төнгә ҡарай Силәбе өлкәһенең Локомотив ҡала округы депутаты үҙ йортонда ҡатынын һунар мылтығынан атып үлтергән. Асыҡланыуынса, ир һунарҙан ҡайтҡан, тик йортонда ҡатынын һөйәре менән тотҡан, имеш. Һөҙөмтәлә ир менән ҡатын араһында низағ сыҡҡан.


Депутат урындағы дауаханала баш табип булып эшләгән, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән.


Фото: twitter.com
Читайте нас