Хәтерләйһегеҙме, май аҙағында баш ҡаланың Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡып йөрөгән малайҙы машина тапап үлтергәйне.
Туғыҙ йәшлек бала иртән велосипедта мәктәбенә китеп барған. Светофорҙың йәшел төҫөнә Октябрь проспектын Бессонов урамы аша үткәндә“Ниссан Экстрейл” машинаһы рулендә ултырған ҡатын боролошта күрмәй малайҙы бәрҙергәйне.
Бөгөн баш ҡаланың Совет районы судында ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Язаһы ниндәй, беләһегеҙме? Уны ике йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм иттеләр. Шулай уҡ ханым ата-әсәнең икеһенә 500-әр мең һум компенсация түләргә тейеш.