Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2019, 19:56

Ә һеҙҙә “Управдом” йыйыны үттеме?

Был форум бында йәшәгән халыҡ, идарасы компаниялар һәм власть органдары араһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү өсөн майҙансыҡ булырға тейеш.

Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Баш ҡаланың Дим районында “Управдом” форумы үтте. Унда район халҡы, идарасы компаниялар вәкилдәре, күп фатирлы йорттар советтары ағзалары, республиканың башҡарма власть органдары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты. Йыйынға республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан министрҙың беренсе урынбаҫары Ирина Голованова һәм министр советнигы Николай Елников килде.


– Был форум бында йәшәгән халыҡ, идарасы компаниялар һәм власть органдары араһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү өсөн майҙансыҡ булырға тейеш, – тигән һүҙҙәр менән асты сараны Дим районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Бәҙгетдинов. – Иң киҫкен мәсьәләләрҙе, килеп сыҡҡан проблемалар сәбәптәрен бергә асыҡлайыҡ һәм уларҙы бөтөрөү юлын эҙләйек.
Форум барышында күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау, Дим биҫтәһендә мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү, Романовка урамында һыу үткәргес төҙөү, урамдарҙы яҡтыртыу, юлдарҙы тәртиптә тотоу, торлаҡ фондын ҡышҡа әҙерләү, сүп-сар сығарыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Быйыл Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырыла башлаған “Башҡорт ихаталары” һәм подъездарҙы ремонтлауға ҙур иғтибар бүленде. Халыҡты был программаға үҙ ихаталарын һәм подъездарын индереү, ремонтланған подъездарҙа һәм ихаталарҙа тәртип һаҡлау һорауҙары борсоно.

Йыйынға йомғаҡ яһап, район халҡы власть органдарының ябай кешеләр менән даими бәйләнештә булыуының мөһимлеген билдәләне, саҡырылған ҡунаҡтарға рәхмәтен белдерҙе.


Яҡын арала бындай муниципаль форумдар Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында үтәсәк. Уның ваҡыты һәм урыны тураһындағы иғлан муниципаль берекмәнең сайтында донъя күрәсәк.
Читайте нас: