Һуңғы көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә бер аудиояҙма таралды: унда ҡатын тауышы ил Президенты Владимир Путиндың ҡот осҡос һыу баҫыуҙан зыян күргән Иркутск өлкәһенә килеүен телгә ала, урындағы кешеләр менән осрашыуын һүрәтләй. Һүҙ араһында һүгенеүҙән дә тартынмай, ә халыҡты “мәхлүк”тәр һәм “алкаш”тар тип атай (“бичь”, “быдло”).
Аудиояҙманы интернетҡа һалған автор был тауыш Иркутск өлкәһе губернаторы Сергей Левченконың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ирина Алашкевичтыҡы тип белдерә.
Чиновникты белеүселәр, тауыш, ысынлап та, Иринаныҡына ныҡ оҡшаған, тип бара. Ә ошо йәмһеҙ хәлгә тарыған чиновник, губернатор ҡушыуы буйынса махсус тикшереү башланды, уның һөҙөмтәләре асыҡланмайынса нимәлер әйтеү урынһыҙ, тип хәбәр иткән.
Аудиояҙмалағы тауыш һыу баҫыу һөҙөмтәһендә йорт-йыһазһыҙ, кәрәк-яраҡһыҙ тороп ҡалған кешеләрҙе кәмһетә, “ике класс белеме лә булмаған мәхлүктәрҙең ваҡытлыса йәшәгән урындары һыу аҫтында ҡалған үҙ йорттарынан күпкә яҡшыраҡ”, ти. Унан тыш ҡатын, губернаторҙың зыян күреүселәр янында булырға ҡушыуын, әммә уның был ғәмәлдә бер ниндәй ҙә мәғәнә күрмәүен еткерә.
Ҡайһы бер мәғлүмәт сайттары хәбәр итеүенсә, бойондороҡһоҙ тикшереү был тауыштың, ысынлап та, Ирина Алашкевичтыҡы икәнлеген иҫбатлаған.