Йәнә шул тырмаға баҫабыҙ. Өфөнән өлкән йәштәге ҡатын телефон аша мутлашыусылар тоҙағына эләккән.
62 йәшлек ҡатынға ял көндө дачала булған сағында бер ир шылтырата. Ул үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштыра. Йәнәһе, пенсионерҙың картаһынан 20 мең һум аҡса күсерергә маташҡандар, банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте быны белеп ҡалып, ғәмәлде туҡтатҡан.
Ир ҡатындан аҡса күсергәнме-юҡмы икәнлеген һорашҡан. Тегеһе быны инҡар иткән, улай эшләй ҙә белмәгәнен өҫтәгән. Шунан һуң мут әҙәм иҫәпте ҡабаттан “терелтер” өсөн банк ебәргән смс-хәбәрҙәге кодты хәбәр итеүен үтенә.
Ҡатын дүрт һанды атау менән шылтыратыусы һаубуллашып, трубканы һала. Бер нисә минуттан пенсионерҙың телефонына уның иҫәбенән 36 мең һумдың ситкә күсерелеүе тураһында яңы хәбәр килә. Шунда ғына зыян күреүсе финанс учреждениеһына шылтырата, әммә инде һуң була.
Тимәк, бындай хәлдә берәүгә лә ышанмаҫҡа, банктың үҙенә шылтыратып белешергә кәрәк.