Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август 2019, 18:11

Атай алимент түләмәһә... бала нисек мәктәпкә барыр?

Башҡортостандың суд приставтары Күп функциялы үҙәктәрҙә халыҡҡа алимент түләүгә ҡағылышлы һорауҙар буйынса аңлатыу эше үткәрҙе. Был сара “Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһына ярашлы ойошторолдо.

Башҡортостандың суд приставтары Күп функциялы үҙәктәрҙә халыҡҡа алимент түләүгә ҡағылышлы һорауҙар буйынса аңлатыу эше үткәрҙе. Был сара “Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһына ярашлы ойошторолдо.


Алимент түләмәүселәр менән эш – суд приставтары алып барған эшмәкәрлектең төп йүнәлештәренең береһе, сөнки был осраҡта һәр осраҡ артында бала яҙмышы тора.


Шулай уҡ “Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһы сиктәрендә суд приставтары хәйриә саралары уҙғарып, балалар йорттарында, интернаттарҙа тәрбиәләнеүселәр өсөн уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйып тапшыра, күп балалы мохтаж ғаиләләргә ярҙам итә.


Сара барышында “Башҡарма производстволар мәғлүмәте банкы” электрон хеҙмәтен (http://r02.fssprus.ru/) ҡулланып, бурысты онлайн режимда түләү мөмкинлеге аңлатылды.


Фото: БР Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: