Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август 2019, 22:18

Айыу йортҡа ингән...

Бына ул шунда уҡ кухняға йүнәлә, еҫкәнә-еҫкәнә һыуытҡысты асып, унан ит киҫәктәрен ала ла ҡунаҡ бүлмәһенә инә...

Фото: pixanews.com
Фото: pixanews.com
Хайуандар донъяһы – беҙҙең өсөн асылмаған сер. Ҡайһы берҙәренең тәбиғи аҡылына, сослоғона иҫең китер.
АҠШ-тың Калифорния штатында булған хәл шуға миҫал. Тайыштабандың шәхси йорттарҙың береһенә инеп, ҡунаҡ булыуын видеокамера төшөргән. Бына ул шунда уҡ кухняға йүнәлә, еҫкәнә-еҫкәнә һыуытҡысты асып, унан ит киҫәктәрен, ике биҙрә туңдырма һәм крекерҙы алып ҡунаҡ бүлмәһенә инә, унда байрам ойоштора. Әйтерһең дә, үҙен өйрәтеп ҡуйғандар!
Күрше бүлмәләге ике үҫмер тауышҡа йүгереп сыға ла, саҡырылмаған ҡунаҡты күреп, аптырап ҡала. Бүлмә ишеген эстән бикләп, икенсе ҡатта йоҡлаған әсәләренә хәлде аңлаталар. Уныһы 911 ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр итә.
Ҡотҡарыусылар көттөрмәй килеп етә. Ҡунаҡты ҡорал һәм дротиктар, транквилизатор ярҙамында оҙатырға тура килә.
Читайте нас: