Хәйер, бында кемделер “ғәйепле” тип атау урынлы түгелдер – улар инде һәләк булған. Бишәүһе лә.
Һүҙ быйылғы августа республика юлдарындағы юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар тураһында бара. Бөгөн “Башкиравтодор” йәмғиәте бинаһында Башҡортостандың автомобиль юлдарында ҡорбандарға килтергән юл-транспорт ваҡиғалары сәбәптәрен иҫкәртеү сараларын әҙерләү буйынса ведомство-ара комиссияның улытырышында ошо проблема тикшерелде.
Комиссия быйылғы йыл башында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса булдырылғайны. Уның маҡсаты – авария булған урындарҙы тикшереү һөҙөмтәләрен ҡарау һәм артабан уларҙы булдырмау өсөн сара күреү. Илеш районында ошо айҙағы юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң, мәҫәлән, комиссия был урында сигнал бағаналары ҡуйырға, юл ситендә тамға (разметка) һыҙырға, тиҙлекте кәметергә ҡушҡан билдәләр элергә, барьер менән сикләү булдырырға ҡарар итте.
Тимәк, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса яуаплы ойошмалар тейеш булған барлыҡ иҫкәртеү сараларын үтәй. Уларҙы күҙәтеү үҙебеҙҙән тора.