Мәскәү ҡалаһы моргтарының береһендә ябай хеҙмәткәр өс ай эсендә генә 13 миллион һум аҡса эшләгән, етмәһә, ул учреждениела рәсми теркәлмәгән дә булған. Нисек тиһегеҙме?
Рәсәй Эске Эштәр министрлығы тарафынан законһыҙ рәүештә эшҡыуарлыҡ алып барған ойошмаларҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләренән күренеүенсә, 2018 йылдың апреленән июнгә ҡәҙәр моргта эшләгән хеҙмәткәр 13 миллион һум аҡсаны кеше ҡайғыһын файҙаланып “һуҡҡан”. Ул танышы менән халыҡҡа законһыҙ рәүештә халыҡҡа ритуаль хеҙмәт күрһәткән.
Яуыз ниәтле ирҙәр быға тиклем эшмәкәрлеген туҡтатҡан предприятие-ойошмаларҙың реквизитын һәм мисәтен ҡулланып эш иткән.