Өфө районының Чесноковка ауылындағы “Ал елкән” балалар үҙәгендә Йәйге ирекмәндәр уйыны үтте. Сараны “Ҡаланы үҫтереү йәмәғәтселек фонды” ойошторҙо.
Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Рената Бикбаева ирекмәндәр хәрәкәтенә яңы ғына ҡушылған, уның киләсәген яҡты һәм өмөтлө итеп күрә. Әгәр ҙә улар изге ғәмәлдәргә ғүмерҙәрен арнамаһа, кемдәр ундай эшкә тотонорға йөрьәт итер?
Уйындарҙа Учалы районы командаһына етеүселәр табылманы. Улар, 160 тирәһе проектты уңышлы тормошҡа ашырып, еңеүсе тип билдәләнде.
– Ирекмән исемен йөрөтә башлағас та шуны аңланым: был донъяла кешеләргә ярҙам итеүҙән дә яҡшы эш юҡ, – тип һөйләй Учалы районына килгән Камилла Йосопова. – Берәүһен тамамлауға сираттағыһына тотонғо килә, уның һайын тормошто яҡтылыҡ ҡаплауына инана барам. Ошо бәхет түгелме?!