Екатеринбургта полицияның өс хеҙмәткәрен ҡулға алғандар. Уларҙы эш автомобилендә бер ҡыҙҙы мәсхәрәләүҙә ғәйепләйҙәр.
Был хаҡта Рәсәй Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Тикшеренеүҙән күренеүенсә, төндә полицейскийҙар бергә һүҙ ҡуйышып, 1997 йылғы ҡыҙға көс һәм ирекһеҙләү ҡулланып, уны мәсхәрәләй.
Тәфтиш комитеты, ғәйепләнеүселәрҙе һаҡ аҫтына алыуҙы һорап, судҡа мөрәжәғәт иткән. Әле төбәккә юғары органдарҙан хәлде асыҡлау өсөн комиссия ебәрелгән. Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк әйтеүенсә, ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарынан ҡыуыласаҡ.
Былтыр көҙ Өфөлә булған хәл йәнә ҡабатлана, әле ул ғибрәтле хәлдең дә осо-ҡырыйы күренмәй.