Йәмғиәт
21 Августа 2019, 21:17

Әсәле-ҡыҙлы аяҡһыҙ-ҡулһыҙ...

37 йәшлек әсә вагонға менергә тырышҡанда тайып, поезд аҫтына төшөп китә. 15 йәшлек ҡыҙы ярҙамға ташлана...

Фото: youtube.comФото: youtube.com
Фото: youtube.com
Бәлә аяҡ аҫтында ғына. Санкт-Петербургта йәшәгән әсә менән ҡыҙ Новгород өлкәһендә поезға ултырғанда ҡазаға тарый.
Фажиғә Неболчи станцияһында була. 37 йәшлек әсә вагонға менергә тырышҡанда тайып, поезд аҫтына төшөп китә. Поезд туҡтап өлгөрмәй. 15 йәшлек ҡыҙы ярҙамға ташлана. Әсәһен сығарырға маташҡанда үҙе лә бәләгә тарый.
Хәҙер уларҙың икеһе лә –инвалид. Әсәнең һул аяғы юҡ, ә ҡыҙҙың – ҡул суҡтары. Транспорт полицияһында ваҡиға буйынса тикшеренеү бара.
Читайте нас