Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август 2019, 19:15

Тәмәке сәбәпсе

Ишембай районының Яңы Әптек ауылындағы янғында бер ир янып үлгән. Фажиғә бөгөн төнгө сәғәт 2-лә теркәлгән.

Ишембай районының Яңы Әптек ауылындағы янғында бер ир янып үлгән. Фажиғә бөгөн төнгө сәғәт 2-лә теркәлгән.


"Ҡыҙыл әтәс"тең ағас йортто ялмап алыуы тураһында хәбәр алғас та, янғын һүндереүселәр ваҡиға урынына йүнәлеп, утты һүндерергә тотона. Иртәнге сәғәт 3-тә янғын туҡтатыла. Әммә утты һүндергәндән һуң, йортта 1969 йылғы ирҙең мәйете табыла.


Әле ваҡиға урынында оператив төркөм эшләй, бынан тыш Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан тәфтишсе тикшереү алып бара. Янғын сәбәбен һүндерелмәгән тәмәкелә күрәләр.


Фото: twitter.com
Читайте нас: