Санкт-Петербургта дүрт палубалы “Петр Чайковский” теплоходында янғын сыҡҡан.
ТАСС мәғлүмәттәренә ҡарағанда, каютала бер кеше вафат булған. Бортта 240 пассажир һәм 80 экипаж ағзаһы иҫәпләнгән. Уларҙың барыһын да эвакуациялағандар.
Әйтеүҙәренсә, янғын беренсе ҡаттағы механик каютаһынан башланған. Ҡырҡ минут эсендә утты һүндергәндәр. Ярай әле теплоход Петербургтың Октябрьск яр буйында ғына булған, алыҫ китеп өлгөрмәгән.