Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2019, 14:22

6-сы ротаның ҡаһарманлығы онотолмай

Алыш 29 февралдә төшкө сәғәт 1-ҙән 1 март таңғы сәғәт 5-кә тиклем дауам итә.

Фото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru

2000 йылдың 29 февраленән 1 март иртәһенә тиклем Һауа-десант ғәскәрҙәренең 76-сы (Псков) дивизияһындағы 104-се парашют-десант полкының 6-сы ротаһы яугирҙәре Чечен Республикаһының Аргун ҡалаһы янындағы 776-сы бейеклектә законһыҙ ҡораллы ҙур формирование менән һуғышҡа инә.


Алыш 29 февралдә төшкө сәғәт 1-ҙән 1 март таңғы сәғәт 5-кә тиклем дауам итә. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, боевиктарҙың һаны 1,5-2,5 мең тәшкил итә. Һуғышта 84 хәрби хеҙмәткәр, шул иҫәптән 13 офицер һәләк була, ни бары алты яугир тере ҡала. Боевиктарҙа ла юғалтыу ҙур була (370 – 700 кеше).


6-сы ротаның ҡаһармандарса һәләк булыуы бөтә илебеҙҙе тетрәндерҙе, битараф ҡалған бер кеше лә булмағандыр, моғайын. Ил Президенты Указы менән 22 десантсы (шуларҙың 21-е – үлгәндән һуң) Рәсәй Геройы исеменә тәҡдим ителә, 69 һалдат һәм офицер (63-сө һәләк булғандан һуң) Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.



Читайте нас: