Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2019, 15:12

Ғаиләһен үлтергән үҫмер компьютер уйындары уйнаған

Бөтә илде тетрәндергән ваҡиғаға аҙна самаһы ваҡыт үтһә лә, был тема һаман онотолмай.

Фото: news.yandex.by
Фото: news.yandex.by
Бөтә илде тетрәндергән ваҡиғаға аҙна самаһы ваҡыт үтһә лә, был тема һаман онотолмай.

Әсәһен, бәләкәй һеңлеһе менән ҡустыһын, олатаһы һәм өләсәһен балта менән турап үлтергән 16 йәшлек Ульянов өлкәһе үҫмере тураһында һүҙебеҙ.


Әллә ҡасандан ғаиләһе менән бергә йәшәмәгән атаһы журналистар менән аралашып, быға ҡарата үҙ фекерен белдергән. Баҡһаң, егет компьютер уйындары менән мауыҡҡан.


– Мин дә, өләсәһе лә улыма даими аҡса биреп тора инек. Әле вафат булған әсәһе әйтеүенсә, ул аҡсаларҙы атыш уйындарына күсереп барған. Мин һеҙгә яңылыҡ әйтмәйем, уның ныҡлы уйнағанын бөтәһе лә белә ине, – тигән ир.


Атай менән ул бик йыш аралашмаған. Һуңғы тапҡыр улар майҙа осрашҡан, киләһе тапҡыры августа осрашырға тейеш булған.


Шул компьютер уйындары уйнап мейеләре томаланыу арҡаһында донъя буйлап нисә үҫмер яҡындарын, уҡытыусыларын ҡырҙы икән? Ата-әсәләр, балаларығыҙға иғтибарлыраҡ булығыҙ, ундай ҡан-ҡойошло уйындар уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Ана бит аҙағы нисек насар тамамлана.



Читайте нас: