Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2019, 13:53

Алтын миҙал яулаған балыбыҙ бар

Алтын миҙал яулаған башҡорт балын беләләр, әммә тауарыбыҙҙың барлығын даими белдереп тороу һис тә артыҡ түгел.

Фото: Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге сайтынан.
Фото: Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге сайтынан.

Мәскәүҙә үткән башҡорт балының һәм “Ҡырағай балға һунар” турының исем туйында Рәсәй Президенты эргәһендәге Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиленең беренсе урынбаҫары Андрей Федоров белдереүенсә, был тәүге сара булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанды танытыу һәм уға туристар йәлеп итеү йәһәтенән ҙур роль уйнаясаҡ.
– Милли кәсеп һәм үҙенсәлек – беҙҙең ҡунаҡтар өсөн ҡул етмәҫлек кеүек тойола, шул уҡ ваҡытта серле лә, – тип һөйләй сарала ҡатнашҡан “Велком” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Заһир Ҡотлосурин. – Алтын миҙал яулаған башҡорт балын беләләр, әммә тауарыбыҙҙың барлығын даими белдереп тороу һис тә артыҡ түгел.
Әйткәндәй, “Велком” йәмғиәте туристик операторы былтыр Бөтә Рәсәй “Маршруты России” премияһының Гран-прийына лайыҡ булды.
Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостан – инфраструктура үҫеше һәм туризм буйынса географик йәһәттән иң уңайлы төбәктәрҙән һанала. Тик беҙҙә генә бөрйән ҡортоноң һаҡланыуын ҡаҙаныш тип аңларға кәрәк, әлбиттә, быны таратыу зарур. Бөрйән урмандарындағы телеңде йоторолоҡ ҡырағай балды бүтән бер ҡайҙа ла табыу мөмкин түгел.
Читайте нас: