Президент гранттары фонды тарафынан хупланған “Открытые НКО” (“Коммерцияға ҡарамаған асыҡ ойошмалар”) проекты киң мәғлүмәт саралары менән ошондай ойошмаларҙың үҙ-ара эш итеүенә йүнәлтелә.
Көнһайын проекттың онлайн-платформаһында көнүҙәк яңылыҡтар донъя күрә. Улар хәйриә ойошмалары, ирекмән хәрәкәттәре һәм проекттары хаҡында һөйләй. Һәр ваҡиға үҙенсәлекле. Ул киң йәмәғәтселектең иғтибарын коммерцияға ҡарамаған секторҙың эшмәкәрлегенә йәлеп итә.
Яңылыҡтар таҫмаһынан тыш, проект онлайн-лекторий үткәрә. Унда төп эксперттар текстар яҙыу, видеоға төшөрөү, социаль селтәрҙә эшләү нигеҙҙәрен өйрәтә. Проект тормошҡа ашырыла башлаған мәлдән алып уның платформаһында төрлө төбәктәрҙәң 500-ҙән ашыу коммерцияға ҡарамаған ойошма теркәлгән, хәйриә фондтары, ирекмән хәрәкәттәре, йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеген яҡтыртырға теләгән йөҙҙән ашыу киң мәғлүмәт сараһы уның менән хеҙмәттәшлек итергә теләк белдергән.
“Комсомольская правда” нәшриәт йорто проекттың коммерцияһыҙ булыуына, сайтта мәҡәләләрҙең бушлай баҫылыуына иғтибарҙы йүнәлтә.